-3 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Үҙебеҙҙең Алита!

Беҙ ойошторған акцияларҙа гел ҡатнашып тора. Кәрәк икән туған мәктәбе уҡыусыларының бүләген дә килеп алып китә. Кем, тиһегеҙме? Әлбиттә, үҙебеҙҙең элекке йәш хәбәрсебеҙ, Башҡортостан Республикаһы мәғарифты үҫтереү институтының милли мәғариф буйынса ресурс үҙәгенең баш белгесе Алита Даян ҡыҙы Лоҡманова инде.

Был юлы ла изгелек акцияһына ҡушылды. Ул Баймаҡ районы Ғүмәр ауылындағы күп балалы Дәүләтшиндар ғаиләһенә гәзит-бүләк яҙҙырҙы. Был ғаиләлә  I синыфта уҡыған Нурзилә, III синыфта уҡыған Айзилә һәм VIII синыфта белем алған Вәсил тәрбиәләнә. Уларға яҡташ апайҙарынан бына шундай шәп бүләк эләкте!

Ҡылған эшең — кешегә, килгән сауабы — үҙеңә, тигәндәй, Алита Даян ҡыҙы, һеҙгә сауабы меңләтә артып ҡайтһын! Ҙур рәхмәт!

Йә, тағы кемдәр ҡушылыр акциябыҙға?

Әйҙәгеҙ, хөрмәтле олатай-өләсәйҙәр, атай-әсәйҙәр, ҡәҙерле милләттәштәр һәм дуҫтар, әүҙемерәк булайыҡ, балаларға «Йәншишмә» гәзитен яҙҙырып, бүләк итәйек!

Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас: