+13 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Рәхмәт, Сания Рәмил ҡыҙы!

Гәзитебеҙҙең сайтында һәм «Бәйләнештә» социаль селтәрендәге төркөмөбөҙҙә  «Йәншишмә”-бүләк» изгелек кәштәһе» акцияһы дауам итә. Беҙҙе бигерәк тә уҡытыусыларҙың ихлас ҡушылыуы ҡыуандыра. Бына тағы шатлыҡлы хәбәр еткерәбеҙ.

Баймаҡ районы Аҡморон мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Сания Рәмил ҡыҙы Байымова күп балалы ғаиләгә гәзит яҙҙырҙы. Тиҙҙән IV синыф уҡыусыһы Наҙгөл Хәсәноваға «Йәншишмә» килә башлаһа, ҡыуана-ҡыуана гәзит уҡый инде. Бик матур күренеш!

Рәхмәт, Сания Рәмил ҡыҙы! Һеҙгә һаулыҡ теләйбеҙ!

Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас: