+13 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Һынамыш
19 Июнь 2021, 11:44

Кәйефеңә хужаһыңмы?

Тирә-яҡтағы хәлдәр һеҙгә тәьҫир итәме? Башҡаларҙың кәйефенән үҙегеҙҙе һаҡлай алаһығыҙмы?

Түбәндә бирелгән һорауҙарға яуап яҙғанда ошондай билдәләр ҡуйығыҙ: «һәр ваҡыт» – 5, «йыш ҡына» – 4, «ҡайһы саҡта» – 3, «бик һирәк» – 2, «бер ҡасан да» – 1.

1. Ят кешеләр һеҙгә йылмайғанда рәхәтлек той­ғоһо кисерәһегеҙме?

2. Янығыҙҙағыларҙың стресс ваҡытында ауырлыҡты һеҙ ҙә тояһығыҙмы?

3. Яратҡанығыҙ һеҙгә ҡағылғанда битараф ҡалмайһығыҙмы?

4. Һеҙҙең өсөн ҡайһыныһы мөһим: нимә әйтеүҙәреме әллә нисек әйтеүҙәреме?

5. Янығыҙҙа торған кешеләр яҡындарының үлеме хаҡында һөйләгәндә һеҙгә ҡыйын буламы?

6. Кешеләрҙең асыуланыуы һеҙҙе сығырығыҙҙан сығарамы?

7. Телефондан һөйләшкән саҡта әңгәмәсегеҙҙе яҡшы тояһығыҙмы?

8. Һеҙҙең янда берәйһенә ҡысҡырһалар, эске көсөргәнеш тояһығыҙмы?

9. Балаһын наҙлап күкрәгенә ҡыҫҡан ҡатынды күргәндә күңелегеҙҙә йылы хистәр уянамы?

10. Көнөгөҙҙөң бушҡа үткәненә бойоғоп ултыр­ғанда күңелсәк кеше менән һөйләшеү кәйефегеҙҙе күтәреп, йылмайта аламы?

11. Хисле фильм ҡарағанда йәки эргәгеҙҙә берәйһе илағанда күҙегеҙгә йәштәр тығыламы?

12. Башҡаларҙың бүлмә буйлап тегеләй-былай тынғыһыҙ йөрөүе йәнегеҙҙе көйҙөрәме?


Хәҙер мәрәйҙәрегеҙҙе һанап сығығыҙ һәм һығымта яһағыҙ.
12 – 27 мәрәй. Һеҙ ят кешеләрҙең кәйефенә бик бирешмәйһегеҙ. Үҙегеҙҙең тормошоғоҙ, эске донъяғыҙ менән мәшғүлһегеҙ. Башҡа нәмәләр һеҙҙе борсомай. Яҡындарығыҙға ҡарата иғтибарлыраҡ булһағыҙ, бынан, бәлки, оторһоғоҙ ғына.

28 – 41 мәрәй. Һеҙ кешеләрҙең хәлен аңлай­һығыҙ, әммә үҙегеҙгә зыян килтерерлек дәрәжәлә түгел. Күңел донъяғыҙҙың тигеҙлеген һаҡлай беләһегеҙ.

42 – 60 мәрәй. Бүтәндәрҙең кисерештәрен үҙегеҙҙеке кеүек ҡабул итәһегеҙ. Тирә-яҡтағыларҙың кәйефе һеҙгә ныҡ тәьҫир итмәһен өсөн башҡаларҙың хис-тойғоларын йөрәгегеҙгә үтә яҡын алмағыҙ, насар тәьҫирҙәрҙән үҙегеҙҙе һаҡларға, ситләшергә өйрәнегеҙ.
Читайте нас: