+23 °С
Облачно
VKOKTelegram
Һынамыш
1 Февраля 2022, 04:45

Февраль айына һынамыштар

Йылы февраль һыуыҡ яҙ килтерә.

Февраль айына һынамыштарФевраль айына һынамыштар
Февраль айына һынамыштар

1 февраль төнөндә йондоҙҙар күренһә, яҙҙы оҙаҡ көтөрбөҙ.

Февралдә ҡайын ботағында ҡар алҡа-алҡа булып аҫылынып торһа, ул йылды иген уңыр.

 Февралдә бурандар күп булһа, август ямғырлы килер.

Февралдә бәҫ күп булһа, бал күп булыр.

Февраль һалҡын һәм ҡоро торһа, август эҫе буласаҡ.

Фото:https://yandex.ru/images/search?text=%D

Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас