+17 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Йолаларыбыҙ
4 Июль 2021, 13:00

Ике күргәҙмә асылды

Бөгөн Башҡортостан Милли музейында фестивалгә арналған “Донъя халыҡтары битлектәре” һәм “Донъя халыҡтарының уйын ҡоралдары” тип исемләнгән күргәҙмәләр асылды.

Ике күргәҙмә асылды
Ике күргәҙмә асылды

Тантанала Башҡортостандың мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова, CIOFF® президенты Филипп Боссан, В.Д. Поленов исемендәге Дәүләт халыҡ ижады йорто директоры Тамара Пуртова һәм башҡалар ҡатнашты. Күргәҙмәлә тәҡдим ителгән 24 уникаль битлекте фольклориадала ҡатнашыусы илселәр алып килгән. Ҡыҙыҡһыныусылар уларҙы күреп кенә ҡалмай, ә тулыһынса экспонаттың тарихы менән видео-фотоматериалдар аша таныша ала. Асылыу мәлендә унда Эстониянан, Италиянан һөнәрмәндәр оҫталыҡ кластары ла үткәрҙе. Шулай уҡ күргәҙмәлә Аргентина, Колумбия, Парагвай, Португалия, Рәсәй, Төньяҡ Македония, Словения, АҠШ, Төркиә, Франция, Чили ҡунаҡтары ла ҡатнашты.

"Донъя халыҡтарының уйын ҡоралдары" күргәҙмәһендә 34 экспонаттың фотоһүрәте тәҡдим ителгән, улар араһында беҙҙең ҡурай ҙа бар. Экспонаттарҙың тарихы  менән урыҫ, инглиз, испан, француз телдәрендә танышырға мөмкин.

Күргәҙмәләрҙе: Өфө, Совет урамы, 14. адресы буйынса 5 - 9 июлгә тиклем килеп ҡарарға мөмкин.  Инеү ирекле.

Фото: aif.ru

Читайте нас: