+13 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Йолаларыбыҙ
22 Ғинуар 2022, 13:55

"Эх, быймаһы ла быймаһы!"

Мәҙәниәт йорто алдында ғәҙәти булмаған ҡыҙыҡлы байрам уҙҙы.

"Эх, быймаһы ла быймаһы!"
"Эх, быймаһы ла быймаһы!"

«Эх, быймаһы ла быймаһы!» тип аталды ул. Был байрамға олоһо ла, кесеһе лә үҙ ҡулдары менән биҙәгән быймаларын кейеп килде. Шунан инде ике командаға – «Аҡ быйма» менән «Ҡара быйма»ға бүленеп, сәмле ярыш башланып китте.
Мәҙәниәт йорто эргәһе гөрләп торҙо. Быйманы ҡулға кейеп, ике кешенең берәр аяғын бәйләп йүгереүҙәр, уны алыҫлыҡҡа ташлау, эстафета уйындары, атта сабыу... Был ярышта «Аҡ быйма»лар еңеп сыҡты.
Шулай уҡ төрлө номинацияларҙа иң-иңдәр билдәләнде. «Иң матур биҙәлгән быйма»ла Ибраһим Хәсәнов беренсе булһа, Әминә Шәмсетдинова – икенсе, Яҙгөл Иҫәнсурина өсөнсө урын алды. «Иң бәләкәй быйма» конкурсында Фир­ҙәүес инәй Күсәрбаева еңеүгә ирешһә, ә «Иң ҙур быйма»ла Мәхмүт Шәмсетдинов тантана итте.
Был байрам күңелле бейеү менән тамамланды. Уны ойошторғаны өсөн Байдәүләт ауыл хакимиәте башлығы Шәһит Ғимран улына, Ибрай ауылы старостаһы Зөфәр Мөхәррәм улына, мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәренә ҙур рәхмәт әйтәбеҙ.

Сәүиә ҠОЛМӨХӘМӘТОВА, китапханасы.
Ейәнсура районы, Ибрай ауылы.

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: