+23 °С
Ясна
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Юбилейҙар
4 Июнь 2021, 13:30

Юбилейың менән, актриса!

Башҡортостандың халыҡ артисы Зифа Баязитоваға – 70 йәш.

Зифа Ғаяз ҡыҙы Баязитова 1951 йылдың 1 июнендә Баймаҡ районының Күсей ауылында тыуған. 1969 – 1973 йылдарҙа Өфө дәүләт сәнғәт институтының театр факультетында уҡый. Уның хеҙмәт кенәгәһендә бер генә яҙыу. 1973 йылдан бөгөнгө көнгә тиклем Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай дәүләт башҡорт драма театрында эшләй.
Журналист Таңһылыу Ғәйнуллина «Халыҡ артисы – юғары исем» тигән мәҡәләһендә Зифа Баязитова тураһында: «Ҡайҙа ғына уйнамаһын – Баймаҡтамы, Әбйәлилдәме, Хәйбуллаламы, Йылайырҙамы, Ейәнсураламы – «Зифа Баязитова ҡатнаша микән?» – тип һорайҙар буласаҡ тамашасылар. Сөнки актрисаның ҡатын-ҡыҙ психологияһын тәрән белеүе төрлө характерлы сәхнә героиняларын оҫта һынландырыуға булышлыҡ итә...» – тип яҙа. Был һүҙҙәрҙе Зифа Ғаяз ҡыҙы башҡарған ролдәре иҫбат итә. Иң тәүге роле – Гәрәй Исхаҡовтың «Бөркөт ҡанаты» спектаклендә Сәриә. 50 йылға яҡын ижад юлында ул бихисап спектаклдәрҙә төрлө образдар булдырған. Нәжиб Асанбаевтың «Зәйтүнгөл» (Хәтирә), Александр Островскийҙың «Ғәйепһеҙ ғәйеплеләр» (Коринкина), Николай Гоголдең «Өйләнеү» (Фёкла Ивановна), Лек Вәлиевтең «Париж егете Әлфәнис» (Фәриҙә), Рафаэль Сафиндың «Ҡыр ҡаҙҙары» (Ямал), Хәбибулла Ибраһимовтың «Башмағым» (Йыһан), Флорид Бүләковтың «Эх, буйҙаҡтар, буйҙаҡтар...» (Мәрфуға), Мостай Кәримдең «Ай тотолған төндә» (Тәңкәбикә), Салауат Әбүзәрҙең «Ғүмерлек ғазап» (Дания), Данил Сәлиховтың «Парлы яңғыҙҙар» (Гөлйөҙөм), Мөҙәрис Багаевтың «Үәт, исмаһам, ахырызаман!» (Хәмдиә), Лира Яҡшыбаеваның «Әүлиә» (Мәрфуға), Ярослава Пулиновичтың «Һағыштарым тулы ғазаптарым...» (Зәйнәб) һәм башҡалар...
Зифа Ғаяз ҡыҙына ижади уңыштар, яңынан-яңы ролдәр менән тамашасыларҙы ҡыуандырыуын теләйбеҙ!
Фото https://vk.com/id117505728 алынды.
Читайте нас: