+26 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Юбилейҙар
15 Июль 2021, 11:38

Нажиә Аллаяроваға 85 йәш тулды

Бөгөн Рәсәйҙең атҡаҙанған, Башҡортостандың халыҡ артисы, Салауат Юлаев ордены кавалеры Нажиә Аллаярова 85 йәшлек юбилейын билдәләй.  

Нажиә Аллаяроваға 85 йәш тулды
Нажиә Аллаяроваға 85 йәш тулды

Нажиә Һибәт ҡыҙы  Учалы районының Яңы Байрамғол ауылында 1936 йылдың 15 июлендә тыуған. Мәктәптә уҡып йөрөгән сағында уҡ уға Мәскәүҙә Башҡортостан мәҙәниәте һәм сәнғәте декадаһында ҡатнашыу бәхете лә тейә.

Өфө сәнғәт училищеһында һәләтле ҡыҙ  Миләүшә Ғәли ҡыҙы Мортазина синыфына эләгә. Уҡытыу дәүерендә бик күп йондоҙҙар ҡабыҙасаҡ педагогтың тәүге уҡыусыларының береһе була ул. Нажиә Аллаярова училищены, артабан Мәскәүҙең Гнесиндар исемендәге музыка-педагогия институтын тамамлап, сирек быуат Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында эшләй.

Сыңғырлап торған саф тауышлы артист классик операларҙы ла, башҡорт халыҡ йырҙарын да, композиторҙар әҫәрҙәрен дә берҙәй оҫта башҡарыуы менән билдәле. Тормош юлдашы — композитор Абрар Ғабдрахманов ижад иткән йырҙар һәм романстар уның репертуарының ҙур өлөшөн тәшкил итә.

 

 

Мәғлүмәттәр башҡорт википедияһынан алынды.

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас: