+18 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Юбилейҙар
24 Ғинуар 2022, 13:06

Өфөлә Рәми Ғарипов урамы ла булыр әле

Әхмәт-Зәки Вәлиди исемендәге милли китапханала Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Ғариповтың тыуыуына 90 йыл тулыуға арналған «Киләсәгем, ас һин ишегеңде!» тип аталған «түңәрәк өҫтәл» үткәрелгән.

Өфөлә Рәми Ғарипов урамы ла булыр әле
Өфөлә Рәми Ғарипов урамы ла булыр әле

Унда күренекле шағирыбыҙҙың  юбилейын билдәләү айҡанлы уҙасаҡ саралар буйынса тәҡдимдәр индерелгән. Башҡортостандың халыҡ шағиры Ҡәҙим Аралбаев та ҡатнашҡан. Ул Рәми Ғариповтың тулы әҫәрҙәр йыйынтығын баҫтырып сығарырға, шулай уҡ уның мираҫын академик планда өйрәнә башларға тәҡдим иткән. «Рәми Ғарипов теленең поэтикаһын һәм стилистикаһын өйрәнергә кәрәк, бының өсөн Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты ғалимдарынан торған авторҙар коллективы тупланырға тейеш», – тигән ул.

Башҡортостан Республикаһы Милли әҙәбиәт музейының директор урынбаҫары Илүзә Шәйәхмәтова белдереүенсә, алдағы йылда фондтарындағы материалдарға нигеҙләнеп, халыҡ шағирының интерактив китабын сығарыу планлаштырыла икән. Шулай уҡ Рәми Ғариповтың ижади мираҫы буйынса уҡыусылар араһында конкурс иғлан ителәсәк.

«Түңәрәк өҫтәл»гә шағирҙың балалары - Гөлнара һәм Азамат Ғариповтар ҙа саҡырылған. Азамат Рәми улы Рәми Ғариповҡа арналған сайт асыу тураһында мәсьәләне күтәргән. Бында шағир исемен йөрөткән 1-се республика башҡорт интернат- гимназияһы уҡыусылары ярҙамына өмөт бар. Шулай уҡ Өфөнөң берәй урамына Рәми Ғарипов исемен биреү мәсьәләһе лә ҡуҙғатылған.

Гөлнара Ғарипова иһә ағаһы менән бергә аталарының архивын тәртипкә килтереүҙәре, 1946 – 1948 йылдарҙа ижад ителгән шиғырҙары табылыуы тураһында хәбәр иткән.Улар араһында балалар өсөн яҙылған әкиәттәре лә бар икән.

Фото: http://www.bashnl.ru/, интернеттан.

Өфөлә Рәми Ғарипов урамы ла булыр әле
Өфөлә Рәми Ғарипов урамы ла булыр әле
Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас: