+17 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Юбилейҙар
29 Ғинуар 2022, 13:06

Рәми Ғариповтың 90 йыллығы киң билдәләнәсәк

2022 йылдың 12 февралендә Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Ғариповтың тыуыуына 90 йыл тула. Ошо айҡанлы республика кимәлендә ҙур саралар үткәреләсәк.

Рәми Ғариповтың 90 йыллығы киң билдәләнәсәк
Рәми Ғариповтың 90 йыллығы киң билдәләнәсәк

  Рәми Ғарипов исемендәге 1-се республика башҡорт интернат-гимназияһында 11 февралдә «Рәми дәресе» тигән берҙәм республика тематик дәресе уҙасаҡ.

Башҡортостан Республикаһы Яҙыусылар союзы халыҡ шағиры исемен йөрөткән белем усағы менән берлектә Рәми Ғариповтың тормошона һәм ижадына арналған «Йәш ижадсы» конкурсын, интернет-викторина ойоштора.

12 февралдә шағирҙың ҡәберенә сәскәләр һалынасаҡ, тантаналы митинг үткәреләсәк. 

М.Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты иһә Рәми Ғариповтың шиғырҙарын донъя телдәренә тәржемә итеү һәм ижады буйынса буктрейлерҙар республика конкурстарын үткәрә.

Шулай уҡ "Башҡортостандың 100 шағиры" республика әҙәби марафоны, республика шиғыр ятлаусылар конкурсы, Ғарипов уҡыуҙары, туған тел уҡытыусылары өсөн ғилми-методик конференция, Башҡортостан буйынса Рәми Ғарипов иҫтәлегенә «Көрәш», волейбол турнирҙары ойоштороласаҡ.

Өфөлә шағирҙың хәтер кисәһен апрелдең икенсе яртыһында «Башҡортостан» дәүләт концерт залында үткәреү планлаштырыла. Ә башҡорт кинорежиссеры Булат Йосопов төшөргән «Рәми Ғарипов.Шағир көндәлеге» нәфис фильмының премьераһы көҙ көнө буласаҡ.

Фото: "Бәйләнештә" селтәренән.

Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас: