+23 °С
Ясна
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Юбилейҙар
12 Февраль 2022, 10:50

"Киләсәгем! Ас һин ишегеңде!"

Халҡы күңелендә мәңге ҡалыр 45 йәшендә генә арабыҙҙан киткән Рәми Ғариповтың вафатына ла 45 йыл ваҡыт үткән. Әгәр тере булһа, иртәгә уға 90 йәш тулыр ине. Ошо ҡыҫҡа ғүмере эсендә генә лә ижад итеп ҡалдырған әҫәр­ҙәренең баһаһы йылдар уҙған һайын арта ғына бара. Уның шиғыр­ҙары башҡортса ғына түгел, башҡа бик күп телдәрҙә яңғырай. Рәми Ғариповтың «Туған тел» шиғырын уның тыуған көнөндә, 20 февралдә – вафат булған көнөндә һәм 21 февралдә – Халыҡ-ара туған телдәр көнөндә Башҡорт­остан юлдаш телевидениеһында 13 милләт вәкиленең үҙ телендә һөйләгәнен ишетергә мөмкин. Башҡорт, урыҫ, татар, сыуаш, удмурт, украин, төрөк, француз һәм башҡа телдәрҙә яңғыраясаҡ был мәшһүр шиғыр. Иң мөһиме: уны башҡарған кешеләрҙең һәр береһе үҙ туған телен күҙ алдына килтерәсәк. Бына шундай интернациональ шиғыр. Иғтибар итһәгеҙ: әҫәрҙә бер урында ла башҡорт теле тип әйтелмәй. Әммә уны башҡорт шағиры яҙған! Ә инде шиғырҙы һөйләгән саҡта һәр милләт кешеһе үҙенең туған теле хаҡында уйлауы бик тәбиғи. Донъя күләмендәге әҫәр! Ә бит заманында шул шиғыры өсөн Рәми Ғариповты милләтселектә ғәйепләп, ижадына юл яптылар. Күп яҙмалары үҙе үлгәндән һуң ғына баҫылып сыҡты. Үҙе бөйөк Александр Пушкин, Михаил Лермонтов, Рәсүл Ғамзатов, Ғүмәр Хәйәм һәм башҡа күренекле әҙиптәрҙең ижадын тәржемә итһә, хәҙер уның яҙғандары төрлө телдәрҙә яңғырай.

Шағир ғаиләһе менән
Шағир ғаиләһе менән

...Беҙ үҙебеҙҙе бәхетле осор кешеләре тип һанарға хаҡлыбыҙ. Сөнки Рәми Ғариповты күреп, аралашып ҡалдыҡ. Бөгөн мин ана шул иҫтәлектәрҙең ҡайһы берҙәре менән уртаҡлашмаҡсымын.

S S S

...Башҡорт дәүләт университетына уҡырға килгәс, беҙ, шиғыр яҙыш­ҡан студенттар, «Шоңҡар» әҙәби түңәрәгенә йөрөй башланыҡ. Яҙлы, көҙлө ҙур шиғыр кисәләре үткәрәбеҙ. Филология факультеты стенаһын тултырып гәзиттәр сығарып эләбеҙ. Унда үҙебеҙҙең ижади яҙмаларыбыҙҙы машинкала баҫып йәбештерәбеҙ, һүрәттәр менән биҙәйбеҙ. Татарстан, Сыуашстан университеттары студенттарын да ҡунаҡҡа саҡырабыҙ. Йәштәр залға һыймай, коридорҙа баҫып тора. Сөнки Өфөләге башҡа юғары уҡыу йорттарына ла белдереүҙәр элеп сыҡҡанбыҙ. Әҙәбиәт һөйөүселәр, әлбиттә, беҙҙән бигерәк күренекле шағирҙарҙы күреп ҡалырға тырыша. Ундай кисәләргә Мостай Кәрим, Назар Нәжми, Тимер Йосопов, Әнғәм Атнабаев, Ҡәҙим Аралбаев, Сафуан Әлибаев, Рафаэль Сафин һәм баш­ҡа бик күп әҙиптәр килә ине. Рәми Ғариповҡа һүҙ бирелгәндә ул һәр ваҡыт үҙенең сығышын әлеге мәшһүр (ул саҡта хатта тыйыл­ған!) «Туған тел» шиғыры менән башлап ебәрә торғайны. Ә бер кисәлә: «Бер ҡайҙа ла баҫылмаған, бәлки, баҫылмаҫ та», – тип әйтте лә үлемһеҙ «Табыныу» поэмаһын һөйләне. Был халҡыбыҙҙың күпме аҫыл шәхестәрен юҡ иткән ҡәһәрле 1937 йыл тураһында ине.
Ошо әҫәрен Рәми Ғарипов Баш­ҡортостан ауыл хужалығы институтында беҙҙең «Шоңҡар»ҙар ойошторған кисәлә лә уҡыны. Шул төндө ҡайһы бер ойошма вәкилдәре студент ятаҡтары буйлап йөрөп, кем ниндәй юлды хәтерендә ҡалдырған, шуларҙы яҙып йөрөгән. Ә шағирҙы кәрәкле урынға күпме саҡырғандарҙыр – быныһы үҙенә генә билдәле. Әммә Рәми ағай яҙғандарынан баш тартмай. Хатта телевидениенан сығыш яһағанда:
Батшаларға башын эймәгәнде,
Башҡаларға башҡорт
баш эймәҫ, –
тигән юлдар булған шиғырҙы уҡымаҫҡа ҡушһалар ҙа, ул һөйләп сығып китә. Ошонан һуң шағирға нәшриәт ишектәре ябылыу ғына түгел, эшкә урынлашыу мәсьәләһе лә ҡатмарлаша. Тик Салауат тоҡомло Рәми Ғарипов бирешмәй, киләсәк өсөн эшләй. «Киләсәгем, ас һин ишегеңде!» тип башланған шиғыры ла әҙиптең әүлиәлелеген күрһәтә. Уның вафатынан һуң уҡыу­сылар нисә йылдар дауамында әҙәби мираҫы менән әле һаман танышыуын дауам итә.

S S S

Рәми ағай йәштәргә бик иғтибарлы булды. «Башҡортостан ҡыҙы» журналында эшләгән сағында минең «Пилотка» исемле хикәйәмде сығарҙы. Ул ваҡытта мин яңы Х синыфты тамамлағайным ғына әле. Ә университетҡа уҡырға ингәс, «Умырзая», «Кәкүк» тигән легендаларымды баҫтырҙы. Үҙем ижад итһәм дә, уларҙы аҙаҡ ни сәбәптәндер «Башҡорт халыҡ ижады»ның легендалар һәм риүәйәттәр томына индереп ебәргәйнеләр.
Рәми ағай ярҙам иткән йәштәр бик күп булды. Хәйбулла районының Иләс (Турат) ауылында һауынсы булып эшләгән, шәп шиғыр­ҙар яҙған Әлфиә Ҡырымғужинаға – Сибай педучилищеһына, аҙаҡ Мәскәүҙәге Максим Горький исемендәге Әҙәбиәт институтына уҡыр­ға инергә ярҙам итте. Тик ул үҙе ҡатнашҡан иң һуңғы шиғриәт секцияһы ултырышында ышанысын аҡламаған шағирәгә бик ныҡ үпкә һүҙҙәрен белдерҙе. Ундай ярһып, тураһын ярып, тәнҡитләп, әсенеп сығыш яһағанын күргәнем юҡ ине. Был әлеге шағирәгә генә түгел, күптәребеҙгә фәһем булды.

S S S

...Актёрҙар йортона республиканың ижади йәштәр конференцияһына йыйылғанбыҙ. Фойела ағайҙар үҙ-ара бик етди һөйләшә, төҫтәре боҙолған. Шунда белдек Рәми ағайҙың вафаты хаҡында. Донъя емерелгәндәй булды. Бындай көтөлмәгән һәм мәрхәмәтһеҙ хәбәрҙән һуң барыһы ла шаңҡып ҡалды...
Рәми ағайҙы оҙата торған көндә ишелеп ҡар яуҙы, февраль бураны ҡоторҙо. Шағир менән хушлашыр­ға килеүселәрҙең бер осо мосолман зыяратында булһа, халыҡ ағымының дауамы һаман да Пушкин урамында ине. Бына шулай күр­һәтте халыҡ бөйөк шағирына ихтирамын, һөйөүен...

S S S

Рәми Ғарипов арабыҙҙан киткәндән һуң әҙәби мираҫын, баҫылмаған әҫәрҙәрен уҡыусыларға еткереү буйынса бик күп эштәр баш­ҡарылды. «Аҡ тирмә» милли-мәҙәни үҙәге Нефтселәр һарайында, артистар һәм шағирҙар ҡатнашлығында Башҡорт дәүләт филармонияһында кисәләр үткәрелде. Актёр­ҙар йортонда уҙған 50 йыллыҡ юбилейына Рәми ағайҙың әсәһе Гөлмәрйәм апай ҙа килгәйне. «Инәкәйем, һинән алда кит­һәм...» тип башланған шиғырын артист һөйләүендә тыңлағанда әсә кеше ни йөрәге менән түҙеп ултыр­ҙы икән, тип беҙҙең дә күҙҙәргә йәштәр тығылды...
...Салауат районының Арҡауыл ауылында 1989 йылдың 30 июнен­дә Рәми ағайҙың тыуған йортонда музейы асылды. Унда күренекле шағирҙар Рауил Бикбаев, Ҡәҙим Аралбаев, Тайфур Сәғитов, тормош иптәше Надежда Васильевна, туғандары Рауил, Урал ағайҙар, һеңлеһе Мәршиҙә апай менән бергә миңә лә ҡатнашырға тура килде. «Һарғамыш» совхозында комсомол секретары булып эшләгән саҡта сығарған гәзиттәре, «Молния»лар айырыуса иҫтә ҡалды. Унда үткер мәҡәләләре, сатирик шиғыр юлдары менән бергә Рәми ағайҙың үҙе төшөргән һүрәттәре лә һоҡланғыс ине. Бөгөн аталарының рәссамлыҡ һәләтен улы Азамат менән ҡыҙы Хаят та дауам итә.
Шағир уҡыған мәктәп хәҙер Рәми Ғарипов исемендәге 1-се республика башҡорт интернат-гимназияһы. Унда ла музей бар. Йыл да «Рәми уҡыуҙары» үткәрелә. Рәми Ғарипов премияһы булдырылған. Шағирҙар менән бер рәттән лауреат исеме балаларға ла бирелә.
...«Мәктәп китапханаһы» серияһында донъя күргән «Көндәлектәр» китабы Рәми Ғариповтың уҡыу­сы саҡтағы яҙмаларынан туп­ланған. Улар менән танышҡан бөгөнгө үҫмерҙәр шағирҙың бәләкәй­ҙән нисек маҡсатҡа ынтылып йәшәгәнен, күп уҡығанын, тормош­ҡа етди ҡарашын, хыялдарын белер. Был китап уҡыусылар өсөн тормош дәреслеге булырлыҡ, өлгө, фәһем алырлыҡ.

Рәми Ғариповҡа булған рәхмәт тойғоларымды уға арнап яҙған шиғырымда әйтергә тырыштым. Рауил Бикбаев менән кәңәшләшеп, Рәми ағай хаҡында иҫтәлектәр китабын тупларға тотондом. Бик ауыр булды уның осона сығыуы. Рәми ағайҙың бала саҡ дуҫтарына, бергә эшләгән хеҙмәттәштәренә, әҙиптәргә хаттар менән мөрәжәғәт иттем, урыҫса яҙғандарын тәржемәләнем, төҙәттем, уға арнап яҙылған шиғырҙарҙы тупланым. Ул заманда компьютер юҡ. Машинканан һуң хаталарын төҙәтер өсөн бер ҡулға – ҡара пасталы ручка, икенсеһенә лезвие тотоп, төндәр буйына аш бүлмәһендә ултыра торғайным. Азаматтың бәләкәй сағы. Иртән Ниязды эшкә оҙатаһы бар... Нисек кенә ауыр булмаһын, ҡалын йыйынтыҡты туплап, йөкмәткеһен төҙөп, Надежда Васильевнаға тапшырҙым. Ләкин иҫтәлектәр китабы нәшриәттә ... 14 йыл ятҡандан һуң ғына сыҡты. Рәми ағайҙың тыуыуына 75 йыл тулыу уңайынан бул­һа кәрәк, Рауил Бикбаевтың да «Рәми» тигән иҫтәлектәр китабы донъя күрҙе.
...Рәми Ғариповтың фотоальбомын әҙерләгәндә күренекле шағир Ирек Кинйәбулатов ағай миңә шағирҙың балалары хаҡында яҙыуымды һораны. Тәүге улдары Салауат ауылда йәшәй ине, уның менән телефон аша һөйләшеп, Азамат һәм Гөлнара менән осрашып, мәҡәләне яҙып бирҙем. Исемен Рәми ағайҙың бер шиғырындағы юлдар менән «Балаларым – күҙем ҡаралары» тип атаныҡ. Салауат ағайҙың Юлай исемле улы ла Рәми Ғарипов уҡыған интернат-гимназияла белем алды. Үкенес, Салауат ағай ҙа был донъяла юҡ инде хәҙер.

"Балаларым - күңел ҡараларым"

Рәми Ғариповтың ғаиләһе хаҡында ла байтаҡ мәҡәләләр яҙҙым. «Йәншишмә» гәзитенә ҡатыны Надежда Васильевна һәм улы Азамат менән әңгәмәләр эшләнем, әле IV синыфта ғына уҡыған ҡыҙы Гөлнара тураһында, һәр төрлө саралар, кисәләрҙән мәҡәләләр баҫтырҙым.
Рәми ағайҙың бөтә балалары ла аталарының рухына тап төшөрмәй, лайыҡлы кешеләр булып үҫә.
Өлкән улдары Салауаттың Учалы районы Иманғол ауылына күсеп, өй һалып, яңы урам булып йәшәй башлауҙары атайҙарының 65 йыллығына тура килә, шуға ла был урам­ға Рәми Ғарипов исеме бирелә. Салауат Ғарипов Башҡорт­остандың атҡаҙанған элемтәсеһе тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ. СССР һәм РСФСР-ҙың да наградалары байтаҡ. Атайҙарының һөнәрен һайлаған ҡыҙҙары Миләүшә менән Нәркәстең Артур һәм Тимур исемле улдары бар. Улар Башҡорт­остандан ситтә йәшәй. Юлай улы, алда әйткәнемсә, олатаһы уҡыған гимназияла белем алып, БДУ-ны тамамлап, инженер булып эшләй, Өфөлә йәшәй.
Икенсе улдары Азамат Ғарипов Александр Тюлькин исемендәге 2-се художество мәктәбендә уҡыта, Башҡорт­остандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре. «Китап» нәшриәтендә сыҡҡан бик күп балалар китаптарын, «Аҡбуҙат» журналын матур һүрәттәре менән биҙәй. Уның дүрт балаһы бар: Йәлил – спортсы, футболсы, рэп яҙыу менән мауыға; Шәүрә Санкт-Петербургта белем ала, иҡтисадсы һөнәренә эйә буласаҡ; Асия баш ҡалабыҙҙың 158-се башҡорт гимназияһында VIII синыфта уҡый, 6 йәшлек Ләйсән балалар баҡсаһына йөрөй.
Ҡыҙҙары Гөлнара – Баш­ҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, оҙаҡ йылдар Ғәзиз Әл­мөхәмәтов исемендәге музыкаль интернат-гимназияла эшләне, әле Нариман Сабитов исемендәге музыка мәктәбендә концертмейстер. Ҡыҙҙары Әишә БДУ-ның журналистика факультетын тамамлаған, телевидениела эшләй. Булат Йосоповтың Рәми Ғариповҡа арнал­ған фильмында төшкән.
Рәмилә – музыка мәктәбенең скрипка класын, Өфө сәнғәт училищеһын, институтын тамамлаған. Шиғыр­ҙар, йырҙар яҙа. Икенсе һөнәр үҙләштереп, шуның буйынса эшләй.
Хаят – «Йәншишмә» гәзитенең рәссамы, һеҙ яратып уҡыған баҫманы матурыраҡ итеп сығарыу буйынса биҙәлеш эштәрен алып бара. Шулай уҡ Башҡортостан «Китап» нәшриәтендә бәләкәстәр өсөн сыҡҡан бик күп йыйынтыҡтарҙы һүрәттәре менән биҙәгән.
Шуныһы иғтибарға лайыҡ: Ғариповтар ғаиләһендә бөтәһе лә тиерлек ниндәй ҙә булһа музыка ҡоралында уйнай. Ҡурай, фортепьяно, скрипка, гитара моңдары атай­ҙарының үлемһеҙ йырҙарын яңғырата.
Бөтә Башҡортостанда халыҡ шағиры Рәми Ғарипов ижадына арналған саралар, кисәләр, конкурстар, флешмобтар, уҡыу­сылар конференциялары, концерттар үтә. Тимәк, ул үҙенең йәшәүен халҡы күңелендә дауам итә. Үлемһеҙ әҫәр­ҙәр ижад иткән рухлы шағирҙың ғүмере лә үлемһеҙ. Башҡорт халҡы йәшәгәндә, башҡорт теле һаҡланғанда Рәми Ғарипов исеме лә онотолмаҫ.

Зөһрә ҠОТЛОГИЛДИНА,
Рәми Ғарипов исемендәге премия лауреаты

Вафа Әхмәҙиев, Зөһрә Ҡотлогилдина, Факиһа Туғыҙбаева, Рәми Ғарипов, Әлфиә Ҡырымғужина, Тимер Йосопов БДУ-ның ҙур залында уҙған шиғыр кисәһенән һуң. Ике яҡ ситтә Сибай педучилищеһы студенттары тора. 1974 йыл.
Вафа Әхмәҙиев, Зөһрә Ҡотлогилдина, Факиһа Туғыҙбаева, Рәми Ғарипов, Әлфиә Ҡырымғужина, Тимер Йосопов БДУ-ның ҙур залында уҙған шиғыр кисәһенән һуң. Ике яҡ ситтә Сибай педучилищеһы студенттары тора. 1974 йыл.
Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: