+17 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Конкурс
5 Май 2022, 06:24

«Беҙ — Бала саҡ иленән»

Үткәреү датаһы: 05.05.2022 - 01.06.2022
«Йәншишмә» гәзите сайтында киләһе конкурсыбыҙҙы башлайбыҙ. «Беҙ — Бала саҡ иленән» тип атала ул. Бәйге Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнөнә арналып, йәш рәссамдар араһында 5 майҙан алып 1 июнгә тиклем уҙғарыла.
Үҙегеҙҙең ғаилә, мәктәп тормошон, уҡыу, хеҙмәт йә тәбиғәт ҡосағында ял иткән мәлдәрегеҙҙе һүрәткә төшөрөп, бәйгебеҙҙә ҡатнашырға саҡырабыҙ. Акварелме, гуашмы, майлы буяуҙармы, төҫлө ҡәләмдәрме, компьютер графикаһымы... Һүрәтләү ысулында бер нидәй ҙә сикләү юҡ. Еңеүселәрҙе тауыш биреү юлы менән сайтыбыҙға инеүселәр билдәләй. Иң оҡшаған һүрәткә тауыш биреү өсөн «Һайларға» тигән төймәгә баҫырға кәрәк. Тәүге 3 призлы урын алыусыға иҫтәлекле бүләктәр һәм «Йәншишмә» гәзите редакцияһының Почёт грамоталары тапшырыласаҡ. Уларҙың һүрәттәре гәзитебеҙ битендә лә баҫылып сығасаҡ. Әйҙәгеҙ, ҡәләмдәребеҙҙе ҡулға алып, эшкә тотонайыҡ.
Конкурсты үткәреү ҡағиҙәләре
Еңеүселәр
1
Ислам Ҡаһарманов
15
2
Маргарита Шәрифуллина
5
3
Лилиә Фәхрәзова
4
Ҡатнашыусыларҙың эштәре
Сорттарға айырыу
Автор:гәзите "Йәншишмә"