+22 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Конкурс
6 Декабрь 2023, 15:56

“Ҡышҡы әкиәт” конкурсы

Үткәреү датаһы: 06.12.2023 - 15.01.2024
Яңы конкурсыбыҙҙы башлайбыҙ. “Ҡышҡы әкиәт” тип атаныҡ уны. Ҡарҙан әүәләп, боҙҙан ҡырҡып төрлө һындар эшләргә яратыусылар өсөн был бәйгебеҙ.
Конкурста ҡатнашыу өсөн үҙегеҙ яһаған һын (һындар) эргәһендә фотоға төшөп, уны сайтҡа ҡуйырға кәрәк. Бәйге 2024 йылдың 15 ғинуарына тиклем барасаҡ. Еңеүселәрҙе сайтыбыҙға инеүселәр тауыш биреү ысулы менән билдәләйәсәк.
Конкурсты үткәреү ҡағиҙәләре
Еңеүселәр
1
Эльдаp, Айҙаp (Мөхәмәт Иcҡужин иcемендәге 136-сы башҡopт лицейы уҡыусылары) һәм Аcель (308-се балалаp баҡcаһы тәрбиәләнеүсеһе) Мәxмүтoвтаp, Өфө ҡалаһы.
53
2
Ырыҫйән Иҙелбәков, IV синыф уҡыусыһы, Ейәнсура районы, Үтәғол мәктәбе.
40
3
Айгиз Исхаҡов, "Тирмәкәй" балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүсеһе, Сибай ҡалаһы.
34
Ҡатнашыусыларҙың эштәре
Сорттарға айырыу
Автор:"Йәншишмә" гәзите