"Иҫтәлекле мәлем" фотоконкурсы еңеүселәрен билдәләйек!
Үткәреү датаһы: 21.06.2024 - 26.08.2024
Тауыш биреү башланды!
Йәйҙең һәр көнөн ҡыҙыҡлы, файҙалы итеп үткәрге килә, шулай бит? Тау буйҙарында еләк бешә, баҡсала емештәр өлгөрә, ә тирләп-бешеп йылғаға барып сумыуы ниндәй рәхәт! Берәү ҙә эшһеҙ ултырмай, йорт-ҡура тирәһендә ата-әсәһенә ярҙам итә, хатта аҡса эшләргә лә өлгөрә. Күптәр ғаиләләре менән сәйәхәткә сыға: яҡындағы тау-мәмерйә булһынмы, йә диңгеҙ буйымы... Һәр мәлде фотоға төшөрөп алырға ла күнеккәнбеҙ.
Дуҫтар, ошо фотолар араһынан иң ҡыҙығын йә ҡыҙғанысын, һын ҡатырғысын йә йәлләттергесен, ғөмүмән, иң иҫтәлеклеһен һайлап алып, беҙгә конкурсҡа ебәреүегеҙҙе һорағайныҡ. Улар байтаҡ тупланды. Еңеүселәрҙе билдәләр саҡ етте. Редакция үҙе һайлап аласаҡ уларҙы. Ә хәҙер "Гәзит уҡыусыға иң оҡшаған фото" тигән һайлау иғлан итәбеҙ. Тимәк, бер еңеүсе тауыш биреү ярҙамында билдәләнәсәк. Башланыҡ!