Бөтә яңылыҡтар
22 Июль 2018, 22:55

Туғанлы кеше – бәхетле кеше

Ғаилә ул – мөхәббәт, Ғаилә ул – шатлыҡ, Ғаилә ул – изгелек һәм мәрхәмәтлек, Ғаилә ул – бер-береңде аңлау һәм ышаныс, Ғаилә – ул балалар! Ә барыһы бергә ул – БӘХЕТ!

Ғаилә ул – мөхәббәт,

Ғаилә ул – шатлыҡ,

Ғаилә ул – изгелек һәм мәрхәмәтлек,

Ғаилә ул – бер-береңде аңлау һәм ышаныс,

Ғаилә – ул балалар!

Ә барыһы бергә ул – БӘХЕТ!

Ғаилә – тәү ҡарамаҡҡа йәмғиәттең ябай ғына бер күҙәнәге. Әммә был төшөнсә артында кешенең шәхси бәхете һәм тулы ҡанлы матур тормошо ха­ҡындағы хыялдары ята. Ысынлап та, йәмғиәттә унан да мөһимерәк нимә бар? Ил именлеген, ил тыныслығын, ниһайәт, уның татыулығын һау, күркәм ғаиләләр тәшкил итә бит.
Ҡара урмандары, бейек тау-ҡаялары, иҫ китмәле тәбиғәте менән дан тотҡан Бөрйән районында йөҙөк ҡашы булырҙай ғаиләләр бик күп. Шуларҙың береһе – Байназар ауылында йәшәүсе Гөлнара һәм Илдар Дәүләтшиндар. Эйе, эйе үҙемдең ғаиләм тураһында яҙмаҡсымын.

Атайым Ҡурғашлы ауылында тәүҙә – слесарь, аҙаҡтан 26 йылға яҡын шофёр булып эшләй. Тик ҡыҫҡартылыу сәбәпле, әлеге көндә төрлө эштәрҙә йөрөй. Әсәйем – ауылыбыҙҙағы балалар баҡсаһында тәрбиәсе ярҙамсыһы. Ул балаларҙы бик ярата. Береһен дә ҡыйырһытмай, ауыр һүҙҙәр әйтмәй.

Атай-әсәйем сәскә кеүек 4 ҡыҙға һәм 1 баһадир улға ғүмер бүләк итеп, яҡшы тәрбиә биреп үҫтерергә тырыша. Әлеге көндә иң өлкән апайыбыҙ Гөлмирә Сибай иҡтисад колледжын тамамлап һөнәре буйынса район үҙәгендә эшләп йөрөй. Уның үҙ ғаиләһе бар. Ғәзим еҙнәйем менән Сынбулат һәм Ишморат исемле улдар үҫтерәләр. Лилиә апайым – башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы, тәрбиәсе һөнәрен дә үҙләштерҙе. Өфөлә тәрбиәсе булып эшләй. Гөлнәзирә апайым баш ҡалала тырышып уҡып йөрөй. Мин Байназар мәктәбенең VIII синыфын тамамланым. Ғаиләбеҙҙәге иң кесе бала – Ғилемдар. Ҡус­тым IV синыфҡа күсте, бейеү, шашка түңәрәктәренә йөрөй.

Барыбыҙ ҙа тырыш, уңған, сәмсел, изге күңеллебеҙ. Бер-беребеҙ өсөн утҡа ла, һыуға ла инергә әҙербеҙ. Туғанлы кеше – бәхетле кеше, тиҙәр бит.

Атайым менән әсәйем 30 йыл бер-береһенә терәк-таяныс булып, балаларына, яҡындарына ярҙамлашып матур донъя көтә. Атайыбыҙ беҙгә һәр саҡ ныҡышмал, ҡуйған маҡсаттарыбыҙға ирешергә, ә әсәйебеҙ егәрле, тырыш булырға өйрәтә. Уларға барыһы өсөн дә сикһеҙ рәхмәтлебеҙ. Киләсәктә ҡәҙерлеләремдең ауырыу-һыҙлау күрмәй, шатлыҡ-ҡыуаныстарға күмелеп, оҙон-оҙаҡ йәшәүҙәрен теләйем.

Сәлимә ДӘҮЛӘТШИНА, йәш хәбәрсе.

Бөрйән районы, Байназар мәктәбе.
Читайте нас: