Республикабыҙҙың мәғариф министрлығы 2018 йылда иң яҡшы уҡытыусыларға аҡсалата бүләк биреү конкурсы еңеүселәрен билдәләне.Бындай баһаға 33 педагог лайыҡ булып, һәр береһе 200 мең һум күләмендә аҡсалата бүләк аласаҡ. Улар араһында башҡорт теле һәм әҙәбиәте, география, биология, математика, башланғыс синыф, урыҫ теле һәм әҙәбиәте, татар теле һәм әҙәбиәте, физика, технология, тарих һәм йәмғиәтте өйрәнеү, информатика һәм мәғлүмәти-коммуникация технологиялары, шулай уҡ йәмғиәтте өйрәнеү тарихы, Башҡортостан тарихы һәм мәҙәниәте, география, һынлы сәнғәт, иҡтисад, Рәсәй халыҡтарының дини-әҡлаҡи нигеҙҙәре, тарих уҡытыусылары ла бар.