Бөтә яңылыҡтар
24 Июль 2018, 16:35

Мәрхәмәтле экскурсиялар

Өфө студенттары насар күргәндәр өсөн экскурсиялар ойоштора. «Ҡала тауышы» проекты сиктәрендә ҡала тарихы һәм мәҙәниәте хаҡында ҡыҙыҡлы мәғлүмәт алып була.

Өфө студенттары насар күргәндәр өсөн экскурсиялар ойоштора. «Ҡала тауышы» проекты сиктәрендә ҡала тарихы һәм мәҙәниәте хаҡында ҡыҙыҡлы мәғлүмәт алып була.
Башҡорт дәүләт педагогия университеты студенттары ошондай проект уйлап тапҡан. Ул Рәсәй президенты грантына лайыҡ булды. Был аҡсаға ирекмәндәр махсус принтер һатып алырға ниәтләй. Уның ярҙамында күреү һәләте булмағандар өсөн тактиль һүрәттәр яһала. Макеттарҙы тотоп ҡарарға һәм Брайль шрифты ярҙамында уҡырға мөмкин. Әле экскурсиялар һынау рәүешендә ойошторола. Уңыш йылмайғанда, бындай саралар даими уҙғарыласаҡ.
Читайте нас: