«Берҙәм Рәсәй» партияһының «Балалар спорты» проекты сиктәрендә Миәкә районындағы Садовый мәктәбенең спорт залын йүнәтеүгә 800 мең һум аҡса бүленгән.
Был суммаға тәҙрә блоктары, ишектәр, иҙән алмаштырыла, электромонтаж эштәре үткәреләсәк. Уларҙың барыһын 15 авгусҡа тиклем тамамларға йыйыналар. «Яңы уҡыу йылында физкультура дәрестәре иркен, уңайлы һәм йылы бинала үткәрелә башлауы ҡыуандыра», – ти директорҙары Әлфиә Түләнкова.
Әйткәндәй, былтыр район әлеге проектта ҡатнашҡан да инде. Шуны файҙаланып, ике белем усағында ремонт эштәре башҡарылған: Ҡырғыҙ-Миәкәнең 1-се мәктәбендә өҫ кейемен алмаштырыу бүлмәләре төҙөкләндерелһә, Өршәкбаш-Ҡарамалыла спорт залы йүнәтелгән.