Бөтә яңылыҡтар
25 Июль 2018, 15:03

32 лагерҙа талаптар үтәлмәй

Быйыл республикала 2 мең 500-ләп лагерь эшләй. Шуларҙың 100-гә яҡыны ҡала янында урынлашҡан. Уларҙа тәүге сменала 214 мең бала ял иткән.

Быйыл республикала 2 мең 500-ләп лагерь эшләй. Шуларҙың 100-гә яҡыны ҡала янында урынлашҡан. Уларҙа тәүге сменала 214 мең бала ял иткән.
Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығынан белдереүҙәренсә, республикабыҙҙағы 32 балалар лагерында етешһеҙлектәр табылған, санитар-эпидемиологик, янғын хәүефһеҙлеге, терроризмға ҡаршы талаптар боҙолған. Ведомство хеҙмәткәрҙәре лагерь етәкселәренә етешһеҙлектәрҙе бөтөрөү өсөн күрһәтмәләр бирә. Талаптар үтәлмәгән осраҡта ял үҙәктәре ябыласаҡ.
Читайте нас: