Бөтә яңылыҡтар
10 Август 2018, 16:10

Төҙөлөштө онлайн режимда күҙәтеп була

Ҡырмыҫҡалы районы Прибельский ҡасабаһында 340 урынлыҡ яңы мәктәп төҙөлә.

Ҡырмыҫҡалы районы Прибельский ҡасабаһында 340 урынлыҡ яңы мәктәп төҙөлә. Бөтә материалдар ҙа һатып алынып, майҙансыҡта эш башланған да инде. Өс ҡатлы бинаның дөйөм майҙаны 5 мең 156, 5 квадрат метр тәш­кил итәсәк. Дәүләт килешеүе буйынса, видеокүҙәтеү ҙә ҡуйылған. Шуныһы һәйбәт: төҙөлөш барышын онлайн режимда ғына күҙәтергә мөмкин. Белем усағын күтәреү «Башҡортостандың 100 йыллығына – өр-яңы 100 объект» программаһы сиктәрендә башҡарыла.
Читайте нас: