Бөгөн парламент һайлауҙарында 19 мең 618 йәш егеттәр һәм ҡыҙҙар ҡатнаша. Ә 100 йәштән үткән һайлаусыларҙың һаны – 155.
Cәғәт 12-гә ҡарай ауыл муниципалитеттарында тауыш биреү – 24% тирәһе булһа, ҡала округтарында – 11,33%.
Республикала исемле һайлау участкалары ла бар. Бәләбәй районының Надеждино ауылындағы С. Аксаков исемендәге 1222-се һайлау уасткаһында халыҡтың 47,85 проценты тауыш бирҙе. Илешетәге Муса Гәрәев исемендәге һайлау участкаһында – 43,76%.