Көн дауамында партия вәкилдәре, политологтар, белгестәр һәм дәүләт власы органдары вәкилдәре ҡатнашлығында брифингтар үтә. Улар һайлауға күпме кешенең килеүе, инвалидтарҙы, барырға юлы ҡыйын булған тораҡ пункттарында йәшәүселәрҙе, тәфтиш изоляторында булғандарҙы, аэропортта һәм тимер юл вокзалында үтеп барыусы пассажирҙарҙы, дауахана пациенттарын, шифаханаларҙа ял итеүселәрҙе тауыш биреү мөмкинлеге менән тәьмин итеү тураһында мәғлүмәт бирә.
Республикала күпме кеше тауыш бирергә килгән һәм тауыш биреү барышы хаҡында мәғлүмәтте тура трансляция режимында республиканың Үҙәк һайлау комиссияһынан бирәләр. Медиаүҙәктә политологтар эшләй, улар тауыш биреү барышына комментарий бирә.