Бөтә яңылыҡтар
9 Сентябрь 2018, 13:31

Республика Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Хәйҙәр Вәлиев һайлау барышы тураһында сығыш яһаны

Төбәк парламентына һайлауҙар биш йылға бер тапҡыр уҙғарыла. Бөгөн, 9 сентябрҙә, республикала йәшәүселәр закондар сығарыу йыйылышына 110 депутат һайлай. Уларҙың яртыһы – бер мандатлы округ, яртыһы сәйәси партиялар исемлеге буйынса һайлана. Һайлаусылар берәүһе бер мандатлы округ буйынса кандидаттар менән (бөтә республика 55 округка бүленгән, уларҙың һәр ҡайһыһына бер еңеүсе билдәләнәсәк) һәм икенсеһе сәйәси партиялар исемлеге менән ике бюллетень ала.

Республика Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Хәйҙәр Вәлиев сығышынан: "Сәғәт иртәнге 10-ға ҡараған мәғлүмәттәр буйынса 3 миллиондан ашыу һайлаусының 192 меңе 458-е үҙ тауышын биргән (6,31%). Ҡалалар буйынса 3 проценттан күбеһе һайлауға килгән. Улар араһынан Күмертау ҡалаһы айырылып тора. Ә иң әүҙем һайлаусылар - Борай, Бөрйән, Тәтешле, Хәйбулла райондарында".
Читайте нас: