Район һәм ҡала округтары хакимиәттәренә учреждениеларҙы, урамдарҙы, майҙандарҙы, йәмәғәт биналарын һәм торлаҡ кварталдарҙы дәүләт символикалары менән биҙәргә, октябрҙә Республика көнөнә арналған тантаналы саралар үткәрергә, шулай уҡ байрам уңайынан мәҙәни, спорт саралары һәм йәрминкәләр ойошторорға тәҡдим ителде.