+1 °С
Ҡар
VK
OK
Telegram
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
12 Ноябрь 2018, 11:13
Башҡортостанда балаларҙы «Ҡыш бабайға хат» проектында ҡатнашырға саҡыралар
Башҡортостанда йәшәүселәрҙе «Ҡыш бабайға хат» балалар республика проектында ҡатнашырға саҡыралар. Өфөнөң «Ҡаланы үҫтереү йәмәғәт фонды» һәм Ҡыш бабайҙың Серле хеҙмәте хаттар ҡабул итә башланы ла инде.
Башҡортостанда йәшәүселәрҙе «Ҡыш бабайға хат» балалар республика проектында ҡатнашырға саҡыралар. Өфөнөң «Ҡаланы үҫтереү йәмәғәт фонды» һәм Ҡыш бабайҙың Серле хеҙмәте хаттар ҡабул итә башланы ла инде.
Проектта 3-15 йәшлек балалар ҡатнаша ала. Шарттар буйынса, улар Ҡыш бабайға хат яҙырға һәм 2018 йылда ниндәй изге эштәр башҡарыуҙары хаҡында һөйләргә, шулай уҡ Ҡыш бабайҙың Серле хеҙмәтенән махсус талаптарҙы үтәргә тейеш.
Хаттарҙы башҡарылған эштәр менән бергә 2018 йылдың 23 ноябренә тиклем 450098, Өфө ҡалаһы, «Ҡыш бабайға хат» абонент йәшниге адресы буйынса йәки
[email protected]
электрон почтаһына ебәрергә кәрәк.
Конкурс еңеүселәре — социаль әһәмиәтле эштәрҙең авторҙары — Ҡыш бабайҙың Өфөләге Раштыуа шыршыһына саҡырыу ала. Байрам 2019 йылдың ғинуарында мәктәп каникулдары ваҡытында ойошторола.
Быйыл «Ҡыш бабайға хат» балалар республика проекты 16-сы тапҡыр уҙғарыла һәм Башҡортостан Республикаһында — Ғаилә, Рәсәйҙә Ирекмән йылына арналған.
Проекттың төп маҡсаты — балалар хәйриәлеге хәрәкәтен тергеҙеү. Башҡортостан балалары тирә-йүндәгеләр һәм үҙҙәре йәшәгән ер өсөн изге һәм файҙалы ғәмәлдәр башҡара.
Шарттарға ярашлы, бүләк һорап яҙылған хаттар ҡаралмай. Конкурста изге эштәр тураһында бәйән иткән хаттар ғына ҡатнаша.
«Ҡыш бабайға хат» проекты тураһында тулыраҡ мәғлүмәт менән Өфөнөң «Ҡаланы үҫтереү йәмәғәт фонды»
сайтында
танышырға мөмкин.
Әлфиә Әғлиуллина,
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы.
Читайте нас:
Повестар
Ҡайын һуты
Бала тараҡандың мыйыҡ уйнатҡаны...
Ҡунаҡ малай
Конкурстар
«Ҡышҡы әкиәт»
«Ҡоштарға ашхана»
«Беҙ — Бала саҡ иленән»
Гәзитебеҙ - дуҫыбыҙ
Алтынсылар “Йәншишмә”гә яҙылды
Нисек ҡыуанғанымды күрһәгеҙ!
Йөҙ һум аҡсаң булғансы, йөҙ дуҫың булһын
Хикәйәләр
Һунарсы терпе
“Смотрильщик”
Ауылымдың аҡ өйҙәре
Фильмдар
"Тыуған көн"
Елғыуар
Салауат Юлаев
Әкиәттәр
Ҡуян менән Төлкө
Тыңлауһыҙ төлкө балаһы
Суҡлыҡайҙың ҡурсаҡтары
Тестар
Кемдең дуҫы кем?
Географияны яҡшы беләһеңме?
Йыһанды беләһегеҙме?
Күңелдәрҙең иләҫ-миләҫ сағы
Трамвайҙағы танышыу
Һиңә тиң түгел, тигәндәр...
Бергә була алманыҡ...