Бөтә яңылыҡтар
27 Ноябрь 2018, 14:44

"Өфө" аэропорты 3 миллионынсы пассажирын ҡабул итте

Бөгөн иртәнге сәғәт 4 тула 10 минуттан тигәндә "Өфө" халыҡ-ара аэропорты үҙенең өс миллионынсы пассажирын - "Өфө-Краснодар" рейсы буйынса "Азимут" авиакомпанияһы рейсына теркәлгән Юлай Мәмбәтовты хеҙмәтләндерҙе. Ул Хәйбулла районында тыуып үҫкән, Өфө ҡалаһында йәшәй, эше буйынса Рәсәй ҡалаларына йыш оса.

Авиакомпания бәхетле
пассажирға барыу-кире ҡайтыуға бушлай билетҡа сертификат тапшырҙы.
Аэропорт Юлайға өс айға машина ҡуйырға бушлай урын, сувенирҙар һәм эске
линиялар терминалы бизнес залында хеҙмәтләндереүгә сертификат бирҙе.
Читайте нас: