Шулай ти яҙа миллиардер, донъялағы һәм Бөйөк Британияның билдәле кешеләренең береһе Ричард Брэнсон. Уның тәүге эшҡыуарлыҡ дәрестәре лә уңышлы булмаған, шулай ҙа уҡырға тырышҡан. Туғыҙ йәшлек кенә сағында сауҙа менән шөғөлләнеү уйы башына килә. Ә ниңә һуң әле шыршылар үҫтереп, байрам мәлендә һатып ҡарамаҫҡа, ти ул. Иң яҡын дуҫы Ника Пауэлдан да ярҙам итеүен һорай, улар бергәләп өй тирәһенә 400 шыршы орлоғо ултырта. Инде хәҙер уларҙың үҫеп етеүҙәрен көтәһе генә ҡала. Ул 18 айҙа ҙурайырға тейеш.
Ричард арифметиканан бигүк көслө булмаһа ла шыршылар менән бизнеста ысын һандарҙы күҙаллай, байтаҡ ҡына аҡса эшләйәсәктәр. Шулай малай бала ғына сағында алдан план ҡорорға һәм уның һөҙөмтәләрен көтөп алырға өйрәнә.
Был ваҡиға уға ғүмерлек һабаҡ булып, аҡсалар ағаста
үҫмәгәнлеген аңлай. Их, ә ул шыршы орлоҡтарын ҡуяндар кимереп бөткән икән.
Үҙҙәре лә уларҙан үстәрен алалар. Күренгән бер шешҡолаҡты атып, урындағы ит
алыусыға һаталар. Былай исмаһам бер аҙ аҡса ла инә. Ә дуҫтары уның тәмле