+1 °С
Болотло
VK
OK
Telegram
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
26 Декабрь 2018, 19:07
Владимир Путин республикабыҙҙан ауыр сирле малайға президент самолетын күрһәтте
25 декабрҙә Рәсәй президенты Владимир Путин Башҡортостандан 15 йәшлек үҫмерҙең хыялын тормошҡа ашырҙы. Ауыр сирҙән яфаланған Арыҫлан Ҡәйепҡолов дәүләт башлығының Ил-96-300 самолетында булды.
Владимир Путин 1-се бортта экскурсия ойошторҙо һәм малайға үҙе бүләк иткән камераға видеоролик төшөрөргә рөхсәт бирҙе.
«Был илдең иң серле самолеты, унда эләгеүем минең өсөн ҙур хөрмәт, — тине Арыҫлан экскурсиянан һуң. — Пилоттар кабинаһынан сағыу тәьҫорат алдым, унда һауа судноһы командиры креслоһына ултырып ҡараным һәм конференц-залды, оҙатып йөрөүселәр салонын күрҙем. Башҡа урындарҙа ла булдыҡ, ләкин уларҙы төшөрөргә ярамай. Был сер булып тора».
Һуңынан үҫмер популяр видеохостингтарҙың береһендә 20 минутлыҡ видеоролик сығарырға вәғәҙәләй, тип хәбәр итә
«Интерфакс»
.
Арыҫландың әсәһе улы менән экскурсиянан һуң Владимир Путин менән телефондан һөйләште һәм дәүләт башлығына үҙе бәйләгән йылы шарфты нисек тапшырырға була икәнен һораны.
Яҡташыбыҙ реабилитация үтеү өсөн тағы ла бер нисә көнгә Мәскәүҙә ҡала.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, ил президенты «Минең менән хыяллан» проекты сиктәрендә кино донъяһын күрергә теләгән Вероника исемле ҡыҙҙың, Санкт-Петербургты ҡош бейеклегенән күрергә хыялланған Артемдың һәм дәүләт башлығынан интервью алған Регинаның хыялдарын тормошҡа ашырҙы.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
.
Читайте нас:
Повестар
Ҡайын һуты
Бала тараҡандың мыйыҡ уйнатҡаны...
Ҡунаҡ малай
Конкурстар
«Ҡышҡы әкиәт»
«Ҡоштарға ашхана»
«Беҙ — Бала саҡ иленән»
Гәзитебеҙ - дуҫыбыҙ
Алтынсылар “Йәншишмә”гә яҙылды
Нисек ҡыуанғанымды күрһәгеҙ!
Йөҙ һум аҡсаң булғансы, йөҙ дуҫың булһын
Хикәйәләр
Һунарсы терпе
“Смотрильщик”
Ауылымдың аҡ өйҙәре
Фильмдар
"Тыуған көн"
Елғыуар
Салауат Юлаев
Әкиәттәр
Ҡуян менән Төлкө
Тыңлауһыҙ төлкө балаһы
Суҡлыҡайҙың ҡурсаҡтары
Тестар
Кемдең дуҫы кем?
Географияны яҡшы беләһеңме?
Йыһанды беләһегеҙме?
Күңелдәрҙең иләҫ-миләҫ сағы
Трамвайҙағы танышыу
Һиңә тиң түгел, тигәндәр...
Бергә була алманыҡ...