Конкурс һөҙөмтәләре буйынса дүрт йәш төркөмөндә бәләкәй яҡташтарыбыҙ I урындарҙы яуланы! Катя Дульдий – 3 – 6, Дарина Мостафина – 7 – 8 йәшлектәр араһында иң-иңе булды. 9 йәшлектәр араһында – Альбина Гәрәева, ә 10 йәшлектәр араһында Риана Гәрәева – еңеп сыҡты.
Һөҙөмтәлә, дөйөм иҫәп буйынса Башҡортостандың кескәй һылыуҡайҙары Нино Кардава – беренсе, ә Милена Ғиниәтуллина дүртенсе "Вице-мисс" исеменә лайыҡ булды. Милана Хәбрахманова һәм Виалина Хәбибуллина иһә «Рәсәйҙең бәләкәй һылыуҡайы Камиллыҡ» тажын кейҙе.
Ҡыҙҙарға милли костюмдар кейеп, республикабыҙ менән таныштырыу, «Ижади тур», һәм, әлбиттә, матур күлдәктәрҙә дефиле күрһәтеү конкурстарында һынау үтергә тура килде. Афарин, тырыштылар һәм Башҡортостан данын күтәрҙеләр.