Бөтә яңылыҡтар
25 Ғинуар 2019, 14:40

Абитуриенттар борсола

Әле абитуриенттар документтарын биш юғары уҡыу йортона тапшыра ала.

Был уҡырға инеү мөмкинлеген арттыра, әлбиттә. Бер урында конкурстан үтмәһәң, икенсе урында балдар етеүе бар. Әммә Рәсәй Федерацияһы мәғариф министры Ольга Васильева бының менән килешмәй, биш урынға документ тапшырыу юғары белемдең баһаһын төшөрә, тип иҫәпләй һәм элеккесә бер генә вузға ҡалдырыу яғында. Билдәле, яңылыҡ сығарылыш синыф уҡыусыларын һәм атай-әсәйҙәрҙе ҡыуандырмай. Сенатор Лилиә Ғүмәрова әйтеүенсә, Ольга Васильеваның идеяһы бер яҡтан һәйбәт тә. Сөнки, ысынлап та, сығарылыш синыфы уҡыусылары 15 йүнәлештән ҡайһыһын һайларға белмәй аптырай. Әммә Лилиә Салауат ҡыҙы бер генә вузға ҡалдырыуға ҡаршы. «Үҙгәрештәр иң беренсе сиратта уҡыусылар мәнфәғәтенән сығып индерелә. Төбәктәрҙә йәшәгән һәләтле балалар илдең алдынғы вуздарына инеп ҡарау мөмкинлегенә эйә булырға тейеш», – ти Федерация советының Фән, мәғариф һәм мәҙәниәт комитеты рәйесенең беренсе урынбаҫары Лилиә Ғүмәрова.
Әлегә бер ниндәй ҙә ҡанун ҡабул ителмәгән, быйылға юғары уҡыу йорттарына ҡабул итеү шарттары үҙгәрешһеҙ ҡалыр, моғайын. Сөнки йәмәғәтселек быға ҡарата үҙ фекерен әйтмәгән әле, яңылыҡҡа өйрәнеү өсөн дә кәмендә берәй йыл ваҡыт кәрәк. Ҡабул итеү кампанияһына әҙ генә ваҡыт ҡалғас, үҙгәрештәр индерергә ярамай, — ти Лилиә Салауат ҡыҙы.
Читайте нас: