Бөтә яңылыҡтар
25 Ғинуар 2019, 15:30

Күҙҙәрҙе тикшереү бушлай

Өфө күҙ ауырыуҙары ғилми-тикшеренеү институты Рәсәйҙә беренсе тап­ҡыр мәктәп йәшендәге балаларҙың күҙҙәрен тикшерәсәк.

Белгестәр күрәшлектең күпләп компьютер технологияларын, телефон ҡоролмаларын ҡулланыу арҡаһында үҫеүен асыҡларға теләй. Был мәсьәлә буйынса дөйөм тикшеренеү үткәрелмәгән әле, шуға иҫбатлаусы нигеҙ юҡ, ти табиптар. Рәсәйҙә 50 процентҡа яҡын халыҡ күрәшлек менән интегә, йыл һайын был күрһәткес арта ғына. Уҡыусы балалар араһында ла көнүҙәк проблема ул.

Мәктәп йәшендәгеләрҙе тикшереү бушлай буласаҡ һәм ул яңы ҡоролмала тулы комплекслы диагностика сараларын үҙ эсенә ала. Күҙ ауырыуы табылғанда балалар шунда уҡ офтальмологик ярҙам алыу мөмкинлегенә эйә буласаҡ.

Баш ҡалабыҙ уҡыусыларын тикшереү 21 ғинуарҙан башлана. Иң тәүгеләрҙән булып 14-се мәктәп уҡыусылары ҡараласаҡ.
Читайте нас: