Уның һүҙҙәренсә, грипп һәм ОРВИ менән сирләүселәрҙең күп булыуына бәйле республиканың айырым белем биреү учреждениеларында 60-тан ашыу класта дәрестәр туҡтатылған. Класта йәки мәктәптә ауырыусылар һаны 20% етһә, карантин индерелә.
Бынан алда агентлыҡ хәбәр иткәнсә, Өфөнөң 12 мәктәбендә карантин иғлан ителгән, өс мәктәп тулыһынса ябылған: 123-сө лицей, 49-сы мәктәп һәм Рыбалко исемендәге 113-сө мәктәп.
Әлеге ваҡытта республикала киҫкен респиратор вирус инфекцияһы һәм киҙеү буйынса эпидемик сик 46% артҡан. Уҙған аҙнала (4 февралдән 10-ына тиклем) 33 меңдән ашыу кешегә ОРВИ диагнозы ҡуйылған, уларың 21 меңдән күберәге — балалар.
Гөлфиә Акулова, «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы.