Бөтә яңылыҡтар
18 Февраль 2019, 12:14

Яҡташыбыҙ «Азия балалары» халыҡ-ара уйындарында сноуборд буйынса көмөш миҙал яуланы

Өфөнән 15 йәшлек Всеволод Мартынов 13 февралдә «Азия балалары» халыҡ-ара уйындарында ҡатнашып, көмөш миҙал яуланы. Көньяҡ Сахалинда ул «параллель слалом-гигант» дисциплинаһында сығыш яһаны.

Өфөлә Всеволод тау саңғыһы спорты буйынса олимпия резервындағы спорт мәктәбендә белгес Наталья Кизинала шөғөлләнә, тип хәбәр иттеләр Башҡортостан Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығының матбуғат хеҙмәтендә.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы.
Читайте нас: