Бөтә яңылыҡтар
26 Февраль 2019, 18:28

Афарин!

Әле Баймаҡ районының Билал ауылы китапханаһы ойошторған Башҡортостандың 100 йыллығына арналған “100 изге эш” проектын ауылдаштары, мәктәп, китапхана һәм ҡырҙа йәшәгән ауылдаштары ла бик ихлас күтәреп алды.

Ошо изге ниәткә мәктәп директоры Фәнүр Фәрит улы Садиҡов та ҡушылды. Һәмән ауылында йәшәгән биш балалы Сәриә һәм Илнур Хажиевтар ғаиләһенә “Йәншишмә” гәзитен яҙҙырып, квитанцияһын тапшырҙы. Әлеге ғаиләнең баларына көтөлмәгән ҙур бүләк булды. Тиҙҙән рәхәтләнеп, яратҡан баҫмаһын уҡыясаҡтар. Үәт, шәп! Фәнүр Фәрит улы, афарин!
Читайте нас: