Бөтә яңылыҡтар
28 Февраль 2019, 18:47

Сибайҙа башҡорт әҙәбиәте классиктарының әҫәрҙәре буйынса аудиокитаптар сығаралар

Сибайҙа яңы мәҙәни проект тормошҡа ашырыла — башҡорт әҙәбиәте классиктарының әҫәрҙәре буйынса аудиокитаптар сығарыла башланы. Был хаҡта Башҡорт дәүләт университетының Сибай институты доценты Гөлкәй Сәмерханова хәбәр итте.

Проектҡа башҡорт яҙыусыларының 75 әҫәре индерелгән. Әҫәрҙәрҙе Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай башҡорт драма театрының билдәле актерҙары Риф Сәйфуллин, Зифа Баязитова, Юнир Ғәйнуллин, Әлфирә Йосопова уҡый. Яҙҙырыуҙа уларға педагогия факультеты студенттары ярҙам итә.

Әлеге ваҡытта Һәҙиә Дәүләтшинаның «Ырғыҙ» романын яҙҙырыу өҫтөндә эш бара.

Проекттың маҡсаты — башҡорт авторҙарының китаптарын популярлаштырыу, аудиторияны киңәйтеү.

Проект Рәсәй Президентының 265 мең һумлыҡ грантына лайыҡ булған. Грант аҡсаһына тауыш ҡорамалы һатып алынған, махсус бүлмә йыһазландырылған.

Тиҙҙән аудиокитаптар интернетҡа һалына.

Ләйлә Аралбаева, «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы.
Читайте нас: