Бөтә яңылыҡтар
15 Март 2019, 15:13

Бәләкәй принцессалар балы

Баш ҡалабыҙҙа тәүге тапҡыр «Бәләкәй принцессалар балы» тигән үҙенсәлекле сара үтте. Уны ирекмәндәр, төрлө йәмәғәт ойошмалары ярҙамында республика етәксеһенең тормош иптәше Каринэ Хәбирова ойошторҙо. Байрамға район, ҡалаларҙан балалар йорттары тәрбиәләнеүселәре, сәләмәтлеге буйынса мөмкинлеге сикләнгән ҡыҙҙар әсәйҙәре менән килде.

Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнөн­дә Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрына балға саҡырылыусыларҙы ысын әкиәт донъяһы көтә ине. Килеп ингәс үк музыка менән ҡаршылайҙар, ҡыҙҙар, гүйә, принцессаларға әйләнә тиерһең. Баштарына таж кейҙерелә, ҡулдарына сәскәле таҫма тағыла. Унан инде биҙәнеп, сәстәренә причёска яһатып та алһалар, ҡыҙҙарҙы бөтөнләй танымаҫһың да.

– Бында беҙгә бик оҡшай. Яҡты йөҙ менән ҡаршылап, бүләктәр бирҙеләр. Макияж эшләнеләр, сәсебеҙҙе лә матур итеп үҙгәртеп ҡуйҙылар. Ҡыҙым Эмилия ғына түгел, үҙем дә принцессаға әйләнеп киттем. Балтас районының реабилитация үҙәге етәкселегенә, шундай байрам үткәргәне өсөн атай-әсәйҙәр исеменән беҙҙең Хөкүмәтебеҙгә ҙур рәхмәт, – тип ихлас йылмая Балтас районының Иҫке Балтас ауылынан ҡыҙы менән килеүсе әсәй Рима Рим ҡыҙы Мансурова.

Бында фотоға төшөү урындары ла бик мөғжизәле ине. «Шалт» иттеләрме, шунда уҡ әҙер ҙә була. Унда күптәр Каринэ Хәбирова менән иҫтәлеккә фотоға төшөп ҡыуанды.

Ә ниндәй бал талғын бейеүһеҙ булһын инде! Бәләкәс принцессаларға Рудольф Нуриев исемендәге хореография колледжы студенттары менән вальс әйләнеү бәхете лә тейҙе. Әкиәт геройҙары менән бергәләп төрлө уйындар ҙа уйнанылар.

– Үҙебеҙҙең балалар булмағас, балалар йортонан биш бала алып тәрбиәләнек. Икәүһе инде үҙ аллы донъя көтә. Өсәүһен алғаныбыҙға биш йыл тула. Балға саҡырғас, шаҡ ҡаттыҡ инде. Ышанмай ҙа торҙоҡ. Әле әкиәт донъяһына килеп эләккән һымаҡ йөрөйбөҙ, – ти Саҡмағош районының Митрәй-Әйүп ауылынан Рәйсә Усманова. Ул бында тәрбиәгә алған ҡыҙы Настя Шмакованы алып килгән.

Балға саҡырылыусы ҡыҙҙар һәм әсәйҙәрҙе республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров та ҡотлап, матур теләктәрен еткерҙе. Бергәләп «Морозко» спектаклен ҡарау ҙа балаларҙың күңелендә онотолмаҫлыҡ тәьҫораттар ҡалдырғандыр әле.

Гөлназ ШӘЙХЕТДИНОВА.

Өфө ҡалаһы.
Читайте нас: