Бөтә яңылыҡтар
15 Март 2019, 14:36

«Ер хужаһы»

Республика кимәлендә иғлан ителгән фәнни-тикшеренеү эштәре конкурсы шулай тип атала. Уны Башҡортостан Республикаһының ЮНЕСКО эштәре буйынса комитеты, Ишембайҙағы Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге 2-се башҡорт интернат-гимназияһы, Рәсәй Федерацияһының агросәнәғәт комплексының республика профсоюз хеҙмәткәрҙәре ойошмаһы Ауыл хужалығы, Мәғариф министрлыҡтары, Ишембай районы хакимиәте, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты ярҙамында ойоштора. Бәйге ауыл хужалығы тармағы һөнәрҙәренә ҡыҙыҡһыныу уятыу, ауыл үҫешенә булышлыҡ иткән эшҡыуарлыҡ проекттарын булдырыу, уйлап табыуға һәләтле егеттәр һәм ҡыҙҙарҙы асыҡлау маҡсатынан үткәрелә.

«Ер хужаһы» фәнни-ғәмәли конференцияһында ҡатнашыу өсөн VI-XI синыф уҡыусылары, аграр йүнәлештә уҡыған һөнәри белем биреү учреждениеларының I – II курс студенттары тикшеренеү эштәрен һәм проекттарын ебәрә ала. Улар ошо номинациялар буйынса ҡабул ителә:

«Минең ауылым». (Ауылды төҙөкләндереү буйынса социаль проекттар ҡарала: ауылды со­циаль яҡтан үҫтереү, социомә­ҙәни комплекстарҙы булды­рыу, инфраструктураһын алға ебә­реү, сәләмәт йәшәү рәүешен про­пагандалау буйынса үҙәктәр асыу. Был номинацияла ҡатнашыусылар 3D принтерҙа сы­ғарылған йәки 3D форматын­да проекттың компьютер моделдәре һәм иҫәпнамәләре эшләнгән проект макеттарын күрһәтә ала).

«Минең уйлап тапҡан нә­мәм». (Бер автор йәки коллектив ҡатнашлығында уйлап тапҡан рухи милек объекттары ҡарала).

«Минең бизнес-планым». (Әлеге төбәк шарттарында эшҡыуарлыҡ нигеҙҙәре, йәштәрҙе эшҡыуарлыҡ эшмәкәрлегенә йәлеп итеү, агротуризмды үҫтереү, халыҡтың финанс грамоталығын арттырыу буйынса проекттар).

«Минең һөнәрем». (Һөнәрселек технологияларын һәм йолаларын тергеҙеү, халыҡ кәсептәрен үҫтереү, һирәк һәм бер аҙ юғалып барған кәсеп төрҙәрен булдырыу, үҙенең эшендә ярайһы һөҙөм­тәләргә өлгәшкән ауылдың атаҡлы кешеләренең эш тәжрибәһен өйрәнеү буйынса тикшеренеүҙәр).

«Башҡортостан шарттарында үҫемлекселек». (Культуралы үҫемлектәрҙе эшкәртеүҙә фәнни-нигеҙле ысулдар ҡулланылған тикшеренеүҙәр).

«Зоология һәм ветеринария». (Йорт һәм иректә булмаған ҡырағай хайуандарҙы үрсетеү һәм аҫрау, мал аҙығы базаһын өйрәнеү, сифатын тикшереү, зоотехника һәм ветеринарияла гигиена һәм экологик ҡараштар буйынса эҙләнеүҙәр).

«Умартасылыҡ һәм баллы үҫемлектәр». (Аныҡ төбәк шарттарында умартасылыҡты үҫтереү буйынса проекттар).

«Тәбиғәт ҡомартҡыларын һаҡлау». («Торатау», «Янғантау» геопарктары, «Шүлгәнташ» мәмерйәһе, «Башҡортостан» милли паркы, «Мораҙым тарлауығы» тәбиғәт паркы, «Алтын солоҡ» һәм «Эйек» ҡурсаулыҡтары кеүек тәбиғәт ҡомартҡыларын яҡлау, һаҡлау, ЮНЕСКО-ның Бөтә донъя мираҫы кимәленә күтәреү, уларҙы өйрәнеүгә халыҡты йәлеп итеү, кешеләр араһында экологик тәрбиә эштәрен алып барыу, экологик туризмды үҫтереү буйынса проекттар).

Конкурс ике этаптан тора. Ситтән тороп ҡатнашыу туры 6 апрелгә тиклем бара. Уҡыу­сыларҙың эш һөҙөмтәләре гимназияның сайтында – http:/brgi. ucoz.ru/ «Ер хужаһы» ла ҡушымтаһында урынлаштырыласаҡ.

Тәүге турҙы уңышлы үткәндәр 25 апрелдә иртәнге сәғәт 10-да Ишембайҙағы Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге 2-се башҡорт интернат-гимназияһында уҙасаҡ икенсе этапҡа саҡырыла. Проекттарҙы яҡлау – 7 минутҡа тиклем. «Минең уйлап тапҡан нәмәм» номинацияһы эштәренән асыҡ күргәҙмә ойошторола.

Конкурста ҡатнашырға теләүселәр тулыраҡ мәғлүмәтте әлеге гимназияның «Ер хужаһы» ҡушымтаһында белә ала.
Читайте нас: