Колгуев биҫтәһендә балаларҙы медицина хеҙмәтләндереүе өсөн тағы бер бина кәрәклеге тураһында ете йыл элек үк һүҙ алып барыла башланы. 2013 йылда бина бүленде, медицина учреждениеһы 2014 йылдың аҙағында асылырға тейеш ине. Ләкин объектты сафҡа индереү подрядсы һәм балалар поликлиникаһы араһында суд тикшереүе арҡаһында бер нисә йылға һуҙылды — төҙөлөш фирмаһының мутлашыуы асыҡланды.
Былтыр республика етәксеһе Радий Хәбиров ошо мәсьәләне тикшерергә ҡушты. Бинаны капиталь ремонтлау Социаль маҡсатлы программалар фонды аша хеҙмәттәшлек тураһында килешеү сиктәрендә «Башнефть» компанияһы аҡсаһына финансланды. Компания аппараты етәксеһе урынбаҫары Вячеслав Кожевников һүҙҙәренсә, объектҡа һалынған аҡсаның күләме 20 миллион һумдан ашыу тәшкил итте. Подрядсыһы — 15-БНЗС төҙөлөш фирмаһы. Бина ҡыҫҡа ваҡыт эсендә — дүрт айҙа төҙөкләндерелде.
Хәҙер поликлиниканың яңы филиалы яҡындағы туғыҙ участканың туғыҙ меңдән ашыу йәш пациентын хеҙмәтләндерергә әҙер. Тәүҙә улар Кувыкин урамындағы филиалға мөрәжәғәт итергә мәжбүр булған. Бүлек мөдире Любовь Сергеева әйтеүенсә, балаларҙы һәм үҫмерҙәрҙе һигеҙ педиатр, шәфҡәт туташтары, тар йүнәлешле белгестәр: невролог, хирург, окулист хеҙмәтләндерә. Йәш пациенттар бында анализдар тапшыра һәм төрлө тикшереүҙәр үтә ала. Дөйөм майҙаны 600 квадрат метрлыҡ бинала процедура бүлмәһе, фильтр-бокс, прививка эшләү, әсә һәм бала, сәләмәт бала, функциональ диагностика, биоматериал алыу бүлмәләре урынлашҡан. Бөтә кабинеттар заманса ҡорамал менән йыһазландырылған. Фойела табиптарға яҙылыу өсөн терминал, коляскалар ҡуйыу урыны, асыҡ регистратура бар.
Каринэ Хәбирова билдәләүенсә, бында медициналағы барлыҡ заманса стандарттар үтәлгән, илдең бөтә поликлиникаларында ла ошондай шарттар һәм мөмкинлектар бар тип әйтеп булмай.
«Һәр әсә балаһын бында ҙур теләк менән алып килер тип ышанам, ләкин профилактика өсөн генә», — тине ул.
Гөлфиә Акулова, «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы.