Бөтә яңылыҡтар
5 Апрель 2019, 14:37

Йондоҙҙар менән зарядкаға баҫ!

Йондоҙҙар менән зарядка эшләгегеҙ киләме? Улайһа, 7 апрель көнө иртәнге сәғәт 10-ға «Торатау» конгресс-холы алдындағы Салауат Юлаев майҙансығына рәхим итегеҙ.

Бында «Йондоҙ менән зарядка» тигән спорт-күңел асыу акцияһы уҙасаҡ. Унда билдәле спортсылар ҡатнашлығында зарядка яһау ойошторола. Унан тыш, төрлө конкурстар, күрһәтмә сығыштар ҙа буласаҡ.
Был акцияла еңел атлетика буйынса 13 тапҡыр паралимпия уйындары чемпионы Рима Баталова, «Салауат Юлаев» хоккей командаһының экс-капитаны Игорь Григоренко, элекке клуб хоккейсыһы Руслан Нуретдинов һәм башҡаларҙың ҡатнашыуы көтөлә.
Баш ҡалала булһағыҙ, күрмәй ҡалмағыҙ. Бик күңелле булмаҡсы.
Читайте нас: