Өфөләрҙе, баш ҡала ҡунаҡтарын шулай уҡ Урыҫ дәүләт академия драма театры һәм «Нур» татар дәүләт театры актерҙары менән онотолмаҫ осрашыуҙар ҙа көтә. Башҡорт дәүләт медицина университетының Эстрада миниатюралары театры һәм «Эм-Патио» плейбэк театры үҙҙәренең ижадын тәҡдим итә. Кескәй тамашасылар өсөн «Африка арыҫланы нисек әҙәбиәтте һатҡан?» спектакле күрһәтелә. Теләгән һәр кем «Әкиәткә сәйәхәт» телетапшырыуына төшөү өсөн кастинг та үтә ала.
Кубик-рубик йыйыу, кляксография, һүрәт төшөрөүҙең ғәҙәти булмаған алымдары, ҡағыҙ пластика буйынса оҫталыҡ дәрестәре, өҫтәл уйындары ла ойоштороласаҡ. Һирәк осрай торған китап күргәҙмәһендә XIX һәм XX быуат башындағы китаптар менән танышырға мөмкин. Робот техникаһы менән танышыу һәм селфи өсөн театр зонаһы ла тәҡдим ителә.