Бөтә яңылыҡтар
15 Апрель 2019, 21:33

Ағас ултыртыуҙың интерактив картаһы ла бар

Башҡортостандың Урман хужалығы министрлығында ағас ултыртыуҙың интерактив картаһы эшләй башланы. Оҙаҡламай республикабыҙҙа 20 апрелдән 20 майға тиклем халыҡ, хеҙмәт коллективтары, йәмәғәт ойошмалары һәм ирекмәндәр ҡатнашлығында урман ултыртыу айлығы уҙғарыласаҡ.

Башҡортостандың Урман хужалығы министрлығында ағас ултыртыуҙың интерактив картаһы эшләй башланы. Оҙаҡламай республикабыҙҙа 20 апрелдән 20 майға тиклем халыҡ, хеҙмәт коллективтары, йәмәғәт ойошмалары һәм ирекмәндәр ҡатнашлығында урман ултыртыу айлығы уҙғарыласаҡ. Бының өсөн дөйөм майҙаны 400 гектарҙан ашыу 120 урман участкаһы һайлап алынған да инде. Унда бер миллион 600 меңдән ашыу үҫенте ултыр-тыу күҙаллана. Ә 7 мең гектарҙан ашыу майҙанда йәш ағастар урын аласаҡ.

Айлыҡ барышында 27 апрелдә «Ағас ултырт — ғүмер бүләк ит!» девизы аҫтында «Йәшел Башҡортостан» берҙәм республика акцияһы ла үткәрелә. Уны теләгән һәр кем ҡатнаша һәм ағас ултырта ала. Бының өсөн картала урын һайлап, шунда барырға кәрәк.

Ағас ултыртыу өсөн ике дата билдәләнгән — 27 апрель һәм 18 май. Ирекмәндәргә айырым биләмәләр бүленгән. Картала һәр райондағы ойоштороусылар тураһында ентекле мәғлүмәт, уларҙың бәйләнеш телефондары баҫылған.
Читайте нас: