Әйткәндәй, БДИ өс этапта уҙғарыла: ваҡытынан алдағы (20 марттан 10 апрелгә тиклем), төп (27 майҙан 1 июлгә ҡәҙәр) һәм өҫтәмә (3-20 сентябрҙә). Шулай уҡ туғыҙынсы синыфтар өсөн төп дәүләт имтиханы ла өс этапта үткәрелә: ваҡытынан алдағы (22 апрелдән 14 майға тиклем), төп (24 майҙан 2 июлгә ҡәҙәр) һәм өҫтәмә (3-21 сентябрь).