Бөтә яңылыҡтар
19 Апрель 2019, 13:47

Етемдәргә – ғаилә бәхете

Каринэ Хәбированың «Вся Уфа» телеканалы менән берлектә ойошторған «Беҙҙең өйҙөң йәме» тигән проекттың маҡсаты – атай-әсәй ҡарауынан мәхрүм ҡалған балаларҙы ғаиләләргә урынлаштырыу.

Каринэ Хәбированың «Вся Уфа» телеканалы менән берлектә ойошторған «Беҙҙең өйҙөң йәме» тигән проекттың маҡсаты – атай-әсәй ҡарауынан мәхрүм ҡалған балаларҙы ғаиләләргә урынлаштырыу. Эйе, Мостай Кәримдең Бөйөк Ватан һуғышы ваҡытында әсәйһеҙ ҡалған Оксана тураһындағы әҫәренән алынған был исем. Быйыл ғына старт алған тапшырыуҙарҙа ошоға тиклем 49 бала тураһында сюжеттар күрһәтелгән, шуларҙың етәүһе атай-әсәйле булған.

Проектта билдәле шәхестәр балалар йорттарында тәрбиәләнгән ҡыҙҙар һәм малайҙар менән таныштыра. Каринэ Хәбирова, Аскар Абдразаҡов, Лилиә Ғүмәрова, Милана Скоробогатова һәм башҡа танылған шәхестәр ҡатнашлығында төшөрөлгән сюжеттар күптәрҙе битараф ҡалдырмай. Шуныһы ҡыуандыра: тапшырыуҙа күрһәтелгән етем балаларҙы үҙҙәренә тәрбиәгә алып, ғаилә бәхете бүләк итергә теләүселәр табылып тора.
Читайте нас: