Баш ҡалабыҙҙың «Салют» шифаханаһы базаһында сәләмәтлеге буйынса мөмкинлектәре сикләнгән балалар һәм үҫмерҙәр өсөн республика белем биреү һәм реабилитация үҙәге төҙөләсәк. Булған корпустар йүнәтеләсәк. Унан тыш, бында ҡабул итеү, реабилитация блогы, махсус мәктәп һәм дауалау өсөн яңы биналар күтәреләсәк.