Бөтә яңылыҡтар
23 Апрель 2019, 16:44

Кем ул Украина Президенты?

Украинаның яңы Президентына – 41 йәш. Ул Президент һайлауҙарының 21 апрелдә үткән икенсе турында 73 процент тауыш йыйған.

Украинаның яңы Президентына – 41 йәш. Ул Президент һайлауҙарының 21 апрелдә үткән икенсе турында 73 процент тауыш йыйған. Владимир Зеленский Кривой Рог ҡалаһында тыуған. Атаһы – математик, техник фәндәр докторы. Әсәһе инженер булып эшләп, хаҡлы ялға сыҡҡан. Владимир Александрович урыҫ, украин, инглиз телдәрендә аралаша. Мәктәптә уҡыған йылдарында грек-рим көрәше, ауыр атлетика менән шөғөлләнгән, баскетбол, волейбол уйнаған, бал бейеүҙәре бейегән, пианинола уйнаған. Мәҙәни сараларҙа әүҙем ҡатнашҡан. Киев милли иҡтисад университетының Кривой Рог институтында юрислыҡҡа уҡыған. Әммә һөнәре буйынса эшләмәгән.

Сәйәсмән, йәмәғәт эшмәкәре Владимир Зеленский – актёр, кино-, телепродюсер, комик, тапшырыуҙар алып барыусы, пародист, шоумен булараҡ танылыу алған кеше. Мәҫәлән, «Ҙур ҡалалағы мөхәббәт» фильмында уйнаған. Өйләнгән, ҡатыны Елена уның менән параллель синыфта уҡыған. Ул Кривой Рог техник университетын тамамлаған. Тормошон сәнғәт менән бәйләгән. 2004 йылғы Александра исемле ҡыҙҙары, 2013 йылғы Кирилл исемле улдары бар.

Украинаның яңы Президенты Владимир Зеленский Украина менән Рәсәй араһындағы бәйләнеште, дуҫлыҡты яңынан тергеҙеү өсөн үҙ өлөшөн индерер, тип өмөтләнәйек.
Читайте нас: