Бөтә яңылыҡтар
23 Апрель 2019, 11:54

Сәйәхәткә сығам, тиһәң...

Йәй етә... Оҙаҡламай сәйәхәттәр осоро ла башланасаҡ. Күп ғаиләләр балалары менән ҡайҙа барасағын уйлап та ҡуйғандыр инде, шулаймы? Быйылдан походҡа йыйыныусылар өсөн яңылыҡтар ҙа бар. Республиканың Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығынан белдереүҙәренсә, туристар төркөмө (йәки яңғыҙы) сәйәхәткә сығырға 10 көн ҡалғас, ведомствола теркәлеү үтергә тейеш.

Йәй етә... Оҙаҡламай сәйәхәттәр осоро ла башланасаҡ. Күп ғаиләләр балалары менән ҡайҙа барасағын уйлап та ҡуйғандыр инде, шулаймы?

Быйылдан походҡа йыйыныусылар өсөн яңылыҡтар ҙа бар. Республиканың Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығынан белдереүҙәренсә, туристар төркөмө (йәки яңғыҙы) сәйәхәткә сығырға 10 көн ҡалғас, ведомствола теркәлеү үтергә тейеш. Республика Хөкүмәтендәге оператив кәңәшмәлә лә Башҡортостан биләмәһендә туристарҙың хәүефһеҙлеген тәьмин итеү мәсьәләләре ҡаралды.

Юғиһә, һуңғы өс йылда булған хәл-ваҡиғалар бер ҙә генә ҡыуандырмай. Республикала туристик походтарҙан һуң ике кеше хәбәрһеҙ юғалған, етәүһе һәләк булған, 58-е йәрәхәттәр алған, 81 турисҡа ярҙам күрһәтелгән. Белорет районында Ирәмәл тауы, Ирәктәш һырты, Оло Инйәр йылғаһы, Урал тауы йүнәлешендәге Ҡарағайлы ҡасабаһы, Кучанов кордоны, Межгорье ҡалаһы янындағы Нәре һырты, Атыш шарлауығы, Көмәрҙәк тауы янында, Леонидовка ауылы эргәһендәге урманда, шулай уҡ Ишембай районының Ялтыран ауылы һәм Дыуан районының Күлвәрәш күле тирәһендә 43 ҡотҡарыу операцияһы үткәрелгән.

Мәләүез районының «Ҡотоҡ-Сумған» мәмерйәһендә үлем осраҡтары бар. Белорет (Ирәкташ) һәм Мәләүез райондарында ла («Башҡортостан» милли паркы) туристарҙың ҡаянан осоу фажиғәләре теркәлгән. Бынан тыш, тәбиғәттә ял итергә яратыусылар Белорет (Кесе Инйәр, Оло Инйәр йылғалары) һәм Баймаҡ райондарында (Һаҡмар һәм Ләмәҙ йылғалары) катамарандарҙа әйләнә.
Читайте нас: