Һөйөнөслө хәбәрҙәр ҙә бар! Баш ҡалабыҙҙың мәктәпкәсә йәштәге белем биреү учреждениелары «Балалары булған ғаиләләргә ярҙам итеү» федераль проекты сиктәрендә грант алып ҡыуанды. Был конкурсты Рәсәй Федерацияһының Мәғариф министрлығы ойошторғайны.
Ҡала мэрияһынан хәбәр итеүҙәренсә, 12 балалар баҡсаһындағы консультация үҙәктәре селтәре 7 миллиард 704 миллион һум күләмендә аҡсалата ярҙам алыуға иреште. Әлеге дәүләт ярҙамы балалары булған, шулай уҡ ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған балаларҙы тәрбиәгә алған ғаиләләргә психологик-педагогик, методик, консультация ярҙамы күрһәткән өсөн бирелгән.
Шуны ла билдәләп китергә кәрәк, отҡан аҡсалар балалар баҡсаларындағы консультация үҙәктәренең матди-техник хәлен, уҡыу-методик, программа тәьминиәтен яҡшыртыу, белгестәрҙең квалификацияһын күтәреү өсөн тотонолорға тейеш.