Рәсәй мәктәптәрендә һәм юғары уҡыу йорттарында наркотиктар ҡулланыуҙы тикшерәсәктәр. Бындай берлектәге проектты Рәсәйҙең Мәғариф һәм фән, Һаулыҡ һаҡлау, Эске эштәр министрлыҡтары әҙерләгән.
Документта социаль-психологик тест үткәреү тәҡдим ителә. Ул уҡыу йорттарында киләһе уҡыу йылының 15 сентябренән 15 ноябргә тиклем уҙғарыла. Алынған мәғлүмәттәргә табиптар һығымта яһаясаҡ, ә инде икенсе йылдың ғинуарынан майға тиклем профилактик медицина тикшереүҙәре ойоштороу күҙаллана.