Иртәгә республика тарихы буйынса диктант яҙыу буласаҡ. Ул Башҡортостандың 100 йыллығына арнала.
– Диктант төйәгебеҙҙең һәм унда йәшәгән халыҡтың тарихы буйынса белем кимәлен тикшерергә мөмкинлек бирә. Сара илдең һәм кесе Ватаныбыҙҙың тарихына ҡыҙыҡһыныу уятыр, халыҡҡа аң-белем таратырға булышлыҡ итер, тип ышанабыҙ, — ти ойоштороусылар.
Акцияны Башҡорт дәүләт университетының Тарих һәм дәүләт идара итеүе институтының Башҡорт халҡы тарихының ғилми-мәғариф үҙәге ойоштора. Тарихи диктантты уҙғарыу майҙансыҡтары — университеттың Стәрлетамаҡ, Сибай, Бөрө һәм Нефтекама филиалдарында.
Унда урыҫ телен белгән һәр кем ҡатнаша ала. Белеме, йәше, милләте һәм дине мөһим түгел. Акцияла ҡатнашыу аноним һәм ирекле.