Бөтә яңылыҡтар
25 Апрель 2019, 16:43

Радий Хәбиров – «Әсә һәм бала» клиник госпиталендә

Башҡортостан Республикаһы Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров «Әсә һәм бала» клиник госпиталендә булды. Рәсәйҙең 26 ҡалаһында 42 ошондай учреждение бар икән. Өфөләгеһе илдең «Әсә һәм бала» компаниялар төркөмөндә иң эреләрҙән һанала.

Башҡортостан Республикаһы Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров «Әсә һәм бала» клиник госпиталендә булды. Рәсәйҙең 26 ҡалаһында 42 ошондай учреждение бар икән. Өфөләгеһе илдең «Әсә һәм бала» компаниялар төркөмөндә иң эреләрҙән һанала. Ул 2014 йылдың октябрендә асылғайны. Госпиталь акушерлыҡ, гинекология, неонтология, педиатрия, урология өлкәһендә юғары технологиялы медицина хеҙмәте күрһәтә алыуы менән Рәсәй кимәлендә айырылып тора. Бала табыу йортон, хирургия, консультация-диагностика үҙәктәрен, төбәктәге тәүге шәхси балалар һауыҡтырыу үҙәген үҙ эсенә ала.

Клиниканың генераль директоры Алһыу Насирова әйтеүенсә, уҙған йылда бында 5 меңләп операция эшләнгән, 1 мең 400 бала тыуған, 1 мең ЭКО эшләнгән.

Радий Хәбиров учреждение менән танышып сыҡҡас, етәкселек менән клиниканың артабанғы үҫеше һәм республика менән үҙ-ара хеҙмәттәшлек итеү тураһында һөйләште. Бында яңы йүнәлештәр буйынса ла эшләргә уйлайҙар икән. Онкологик сирлеләргә ярҙам күрһәтеүҙе планлаштыралар.
Читайте нас: